Төйəк

Иң матур буяуҙар алам да
Йөрәгем йылыhын төшөрәм
Һыҙылып таң атҡан, кис еткән
Саҡтарҙы төҫтәргә йәшерәм
Саҡтарҙы төҫтәргә йәшерәм

Томанлы тауҙарға, далаға
Төҫ менән асам мин ишектәр
Ҡурайҙың ла сихри тауышын
Яратып тыңлай шул уҡ елдәр
Яратып тыңлай шул уҡ елдәр

Йондоҙҙар hибелгән көмбәҙҙең
Ай яһап ҡуярмын өҫтөнә
Көҙгөләй балҡыған юл аша
Йүгереп ҡайтырмын өйөмә
Йүгереп ҡайтырмын өйөмә



Credits
Writer(s): романоф а., Karina
Lyrics powered by www.musixmatch.com

Link